Байрам көндәрендә янғындар йышая, айырыуса пиротехника ҡулланғанда иғтибарлы булырға кәрәк. Ведомство кисектергеһеҙ ярҙам хеҙмәте телефондарын иҫкә төшөрә. Кеҫә һәм йорт телефондарынан янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусыларҙы – 101, полицияны - 102, ашығыс медицина ярҙамын – 103 һәм авария газ хеҙмәтен 104 һандары буйынса саҡыртырға була. Шулай уҡ 112 һанлы Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәте телефоны эшләй. Хәүефһеҙлек тәьмин итеүсе барлыҡ хеҙмәттәр юғары әҙерлек хәленә килтерелгән.





