Республика башлығы Радий Хәбиров православ христиандарҙы Раштыуа менән ҡотланы

Республика башлығы Радий Хәбиров православ христиандарҙы Раштыуа менән ҡотланы
Фото №1 - Республика башлығы Радий Хәбиров православ христиандарҙы Раштыуа менән ҡотланы

"2 мең йылдан ашыу тарихы булған был байрам дин ара, халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙең тигеҙлеге һәм ныҡлығы символы. Бөгөн ошо мәңгелек ҡиммәттәр миллионлаған кешегә рухи терәк булып тора, пандемия менән бәйле ҡыйынлыҡтарҙы еңергә ярҙам итә. Төрлө дин вәкилдәре был йәһәттән ҙур әүҙемлек күрһәтә. Оло йәштәгеләр һәм мохтаждарға ярҙам итә, ирекмәнлек менән шөғөлләнә. Тап ошо берҙәмлек,  шәфҡәтлек һәм хәстәрлек кеүек төшөнсәләр беҙгә ауыр һынауҙарҙы үтергә булышлыҡ итә. Барлыҡ православ христиандарҙы Раштыуа менән ҡотлайым. Йорттарығыҙға бәхет-шатлыҡ, яҡындарығыҙға именлек теләйем"-, тиелә Республика башлығының  тәбрикләү хатында.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ