Тәкә тояғы байрамы бөгөндән башланып аҙна дауамында бара. Ул етеш, мул тормош, киләсәкте фаразлар төрлө йолаларҙан тора. Байрамдың мотлаҡ сараһы – әбей менән бабайҙы ҡаршылап ҡунаҡ итеү, йәш ҡыҙҙар ҡураға инеп һарыҡтың тояғын тарта, был иһә йортҡа именлек һәм муллыҡ килтереүгә ышаныу менән бәйле. Башҡортостанда барлығы 103 меңдән ашыу мари йәшәй.





