Баш ҡаланың бер төркөм эшҡыуарҙары Зубов ауылы эргәһендә урынлашҡан ковид госпиталь табиптарын тәмле аш менән һыйланы. «Бәрәкәт» кафеһы әҙерләгән аҙыҡты медицина учреждениеһына «Аҡтау» ирекмәндәр үҙәге таратты. Табиптарҙың ҡыҙыу эш мәлен төшкө ашҡа бүлеү ваҡытын БСТ каналы хәбәрселәре лә күҙәтте.
Былау, салат, һуттар һәм иң мөһиме ихлас йөрәк йылыһы. Бөгөн ковид госпиталь табиптары менюһы ябай түгел. Төшкө ашҡа ҡушып улар ҙур порция изгелек ала. Был тәмләткес инде бер генә рецепта ла ҡаралмаған. Шулай ҙа ризыҡты телеңде йоторлоҡ сиккә еткерә.
«Бәрәкәт» кафеһы был рецептты пандемия башланғандан алып өләшә. Мохтаждарға, балалар йорттарына, социаль учреждениеларға төшкө аштар ойоштора. Ләкин коронавирус менән көрәшеүселәр әлеге мәлдә айырыуса иғтибарға мохтаж, ти ашнаҡсылар.
Табиптарҙың өҫтәленә барып еткәнсе ризыҡ һыуынып та өлгөрмәне. Ковид менән көрәштә алғы һыҙыҡта булыусыларға йылы аш көн дә тәтемәй. Шуға күрә улар ябай ғына иғтибарҙы ла оло байрам кеүек ҡабул итә.
Изгелек өләшеүгә хәҙер һәр кем ҡушыла ала. Бының өсөн «Бәрәкәт» кафеларына ҡуйылған ҡумталарға аҡса ҡалдырыу ҙа етә. Инеп сәй эсеп сығыу ҙа хәйриәлеккә һанала. Был аҡсалар мохтаждарға һәм табиптарҙы йылы аштар менән һыйлауға йүнәлтеләсәк.
Айнур Кәбиров.




