Йылы өсөн түләү хөкүмәт кимәлендә ҡарала

Уға контроль Башҡортостан Башлығы күрһәтмәһе буйынса төҙөлгән ведомство-ара эшсе төркөмгә йөкмәтелә. Мәсьәлә республикала йәшәүселәрҙең декабрь өсөн килгән квитанцияларҙың ҡайһы берҙәрендә үткән айҙан күпкә юғарыраҡ сумма күрһәтелеүенә бәйле.

Был халыҡта күп һорау һәм ризаһыҙлыҡ тыуҙырған. Социаль селтәрҙә Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев хәбәр итеүенсә, комиссияға проблеманы асыҡларға, иҫәпләүҙәрҙе тикшереп тейешле сара күрергә ҡушылған.

Фото №1 - Йылы өсөн түләү хөкүмәт кимәлендә ҡарала

Рәйлә Күсемханова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ