Реконструкция 2021 йылдың 8 ғинуарынан 30 ноябргә тиклем дауам итәсәк. Төҙөлөш эштәренә бәйле, был участкала юл хәрәкәте үҙгәрә. Өфө ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, юлдарҙы киңәйтеүгә ихтыяж күптән тыуған. Сөнки төбәктә автомобилдәр һаны артыу сәбәпле, юлдың үткәреү һәләте етмәй, икенсенән, яңы һалынған Ағиҙел күперен юл менән тоташтырыу талап ителә.
Ремонттан һуң Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендәге юл үткәргестең мөмкинлектәре өс тапҡырға арта. Ғәмәлдәге 4 һыҙат урынына алтау буласаҡ, үткәргес үҙе лә 7 метрға оҙоная. Реконструкция баш ҡалаға ингән ерҙә тығындарҙы кәметер һәм юл хәрәкәтен көйләр тип көтөлә.
Рәмзиә Кәримова.




