Уларҙың өсәүһе модулле һәм «Сәләмәтлек» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән. Үршиҙе ауылындағы модулле фап-та төпкөлдә йәшәүселәр үҙ эшенең оҫтаһы булған фельдшерҙа заманса медицина ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә. Был хаҡта тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Фельдшер Лилиә Хәбибуллинаны эш урынының алыҫлығы ла, асфальт юл юҡлығы ла ҡурҡытмай. Ул Үршиҙегә 45 саҡрымдағы район үҙәге Асҡын ауылынан йөрөп эшләй. Юлдар өҙөлөп торғанда ғына туғандарында ҡалырға тура килә. Үршиҙеләр яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктына үҙ эшенең оҫтаһы булған белгес эшкә килеүенә һөйөнөп бөтә алмай. Ауыл халҡы фельдшерҙарын хатта, отпускынан саҡыртып алған.
Үршиҙе ауылындағы фап былтыр Яңы йыл алдынан файҙаланыуға тапшырылған. Халыҡҡа йыл дауамында медицина хеҙмәте бөтә уңайлыҡтары булған бинала башҡарыла. Пациенттарҙы ҡабул итеү һәм иркен процедуралар бүлмәһе, ауырлы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дә шарттар ҡулай, иң мөһиме -тын алыуы ауырлашҡан осраҡта, ашығыс ярҙам каретаһы килеп еткәнсе, пациентты кислородҡа тоташтырыу мөмкинлеге лә бар.
Үршиҙе ауылындағы модулле ФАП бер йыл элек асылған. Бында 260 кеше: 11мәктәп уҡыусыһы, бер йәшкә тиклемге өс бала һәм өлкән йәштәгеләргә сифатлы медицина ярҙамы күрһәтелә. Ошо портатив аппарат ярҙамында ҡандағы шәкәр, холестерин һәм гемоглобин кимәлен асыҡларға мөмкин. Был портатив аппарат фапҡа «Сәләмәтлек» милли проекты сиктәрендә ҡайтарылған.
Мәғариф ветераны Фәнүзә Сәлимгәрәева үҙ һаулығына етди ҡарай. Ауырыуҙы алдан иҫкәрткәндә, фельдшер кәңәштәрен тотҡанда -бөтәһе лә яҡшы буласағын күп тапҡырҙар һынағаны бар. Элек шыҡһыҙ ағас йортта медицина хеҙмәтен алған булһалар, бер йыл иһә бөтә уңайлыҡтары булған яңы бинала .
Үршиҙе ауылы фельдшеры Лилиә Хәбибуллинаның медицина өлкәһендә эш тәжрибәһе. 15 йылдан ашыу. Лилиә Юныс ҡыҙы Үршиҙе һәм Дульцев ауылында йәшәгән олоһо-кесеһе менән ул уртаҡ тел табып, барлыҡ санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәп эш итә.
Ауыл фельдшеры күп бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙә лә йыш була. Ай элек кенә тыуған сабый Эмилдең физик үҫешен, һаулыҡ торошон даими күҙәтеп тора. Лилиә Хәбибуллина ҡарамағында бер йәшкә тиклем балалары өсәү. Үршиҙе кеүек төпкөл ауылдарҙа тотороҡло демографик хәл, пандемия осоронда ауыл кешеләренең үҙ һаулығына яуаплылы ҡарауы,ҡушылған талаптарҙы үтәүе тәүлек әйләнәһенә пациенттар һаулығы һағында торған ауыл фельдшерының эшен күпкә еңеләйтә.
Гүзәл Борханова.




