Күңелле ялды файҙа менән

Республиканың «Ғаилә» ресурс үҙәктәре балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн «Ҡышҡы уйындар» ойошторҙо. Ике сәғәтлек мауыҡтырғыс программа саф һауала бейеү флешмобын, төрлө конкурс-уйындарҙы үҙ эсенә ала. Мәҙәни-спорт сарала өфөләр әүҙемлек күрһәтте.

Урындағы ойошмалар күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән тыш, төрлө сәбәптәр менән кризиз үҙәктәргә эләгеүселәрҙе лә иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Ике тиҫтәнән ашыу бала аниматорҙар менән бергә «Яңы йыл мөғжизәһе» сәйәхәт ҡылды.

Фото №1 - Күңелле ялды файҙа менән

Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ