Еңеүсегә – 300 мең һум!

Ейәнсура районында “Айыҡ ауыл” конкурсының район этабына йомғаҡ яһалды. Һөҙөмтәләр буйынса Иҙәш ауылы халҡына аҡсала сертификат тапшырылды. Һуңғы йылдарҙа ауылдаштар төрлө программаларҙа ҡатнашып, үҙҙәренең тормош шарттарын яҡшыртыуға ирешә. Иҙәштәр менән БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.

Иҙәш ауылы йорттарының береһендә аҙан тауышы ишетелә. Был юҡҡа ғына түгел. Әле 40 көнө лә тулмаған сабыйға исем ҡушыу йолаһы бара. Кескәй ҡыҙ Тимеровтар ғаиләһендә тәүге сабый. Ауыл ғаиләләрен алғанда иһә бында мөғжизәгә тиң күренеш. Иҙәштә Башҡортостандың «Әсәлек даны» миҙалын алыусы 26 әсәй йәшәй.

Иртә менән ауыл клубы халыҡ менән тулы. Күп балалы әсәләр менән дан тотҡан Иҙәш ауылында сәк-сәк байрамы. Табында татлы ризыҡтың ниндәйе генә юҡ. Ҡурай, сәскә, шыршыны хәтерләткәндәре лә бар. Милли кухня ашамлығында дүрт төркөм ярыша, йәғни өс, дүрт, биш сабый үҫтереүсе әсәләр һәм 9 бала тәрбиәләүсе Ҡыуандыҡовтар ғаиләһе. 

«Айыҡ ауыл» бәйгеһе сиктәрендә күркәм саралар сылбыры дауам итә. Был юлы «Иҙәшем-ғаиләм бишеге» байрамы сиктәрендә күргәҙмә һәм концерт ойошторолдо. Иҙәш ауылы күҙгә күренеп үҙгәрә, күркәмләнә һәм был тәү сиратта ауылдаштарҙың берҙәм булыуында, ти ауыл хакимиәте башлығы.

Ауыл ысын мәғәнәһендә айыҡ, эскеселек өсөн бында урын юҡ. Иҙәштәр мал аҫрай, йәйгеһен гөрләтеп баҡса үҫтерә. Бынан тыш, төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырып та өлгөрә. «Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү» программаһында ҡатнашып мәҙәниәт йортоноң тәҙрәләрен һәм ултырғыстарын алмаштырыуға өлгәшә. Киләһе йыл ауыл зыяратын төҙөкләндереү күҙаллана.

Әйткәндәй былтыр, «Айыҡ ауыл» республика конкурсында Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылы еңгәйне. Быйыл иһә Иҙәштәр беренсе урын алыуҙарына шикләнмәй. Тырыш, уңған ғаиләләләр йәшәгән ауылға уңыштар ғына теләргә ҡала.

Фото №1 - Еңеүсегә – 300 мең һум!

Әлфинә Килдейәрова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ