Бөрйән районы Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылында боронғо халыҡ кәсебенә арналған музей сафҡа инде

Ҡасандыр Әбделмәмбәт ауыл биләмәһенә ҡараған төбәктә йәшәүселәр тап сайыр әҙерләп көн күргән. Хәҙер боронғо һөнәр тарихта ҡалған. кәсепте йәш быуынға еткереү маҡсатында бөрйәндәр ил кимәлендә беренсе сайыр музейын ойошторған. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Ағас һутын йыйыуҙа ҡулланылған махсус һауыт. Тәүҙәрәк ул тимерҙән эшләнһә, артабан цинктан, капрондан яһалғаны ҡулланышҡа инә башлай. Бөгөн иһә уларҙы тик музей экспонаты булараҡ ҡына күрергә мөмкин.

Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауыл биләмәһенә ҡараған төбәктә элек-электән сайыр әҙерләнгән. Тәбиғи сеймал химия, фармацевтика сәнәғәтендә киң ҡулланылған. Елем, канифоль, скипидар, гәрәбә кислотаһы һәм ҡайһы бер дарыуҙар тап сайыр нигеҙендә эшләнгән. Шуға уны әҙерләү яҡшы табыш та килтергән. Тора-бара химия сәнәғәтенең үҫешеүе менән тәбиғи сеймалға ихтыяж да кәмей. Сайырға башҡа матдәләр алмашҡа килә. Төбәктәрҙә уны әҙерләү туҡтатыла. Кәсепселәр эшһеҙ ҡала.

Музей Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылының башланғыс мәктәп бүлмәһендә ойошторолған. Уның тап мәғариф учреждениеһында эшләнеүе лә осраҡлы түгел. Сайыр хәҙер кәрәкмәһә лә, кәсепселектең был төрө йәш быуынға һәм туристарға ҡыҙыҡлы булыр, тигән фекерҙә бөрйәндәр.

Азат Ғәлиуллин.