Мәскәүҙә билдәле башҡорт ғалимы Тельман Әминевтың ғүмере өҙөлдө

Тәбиғи фәндәр Рәсәй академияһы академигы, химия фәндәре докторы, профессор, физика химияһы өлкәһендә белгес тотош илдең ғилем өлкәһенә ҙур өлөш индергән шәхес. Тап ул яңы магнит материалдары эшләү принциптарын сығарған.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Бейешеваның өлкән улы Тельман Ғәзиз улы 1936 йылдың 20 ғинуарында Салауат районы Малаяҙ ауылында тыуған. Ул 181 ғилми, уҡытыу-методик эштәр һәм асыштар авторы. Ғалим Мәскәүҙә йәшәне һәм эшләне.