Реконструкция бөгөндән 30 ноябргә тиклем алып барыла. Төҙөлөш эштәре барғанда был участкала юл хәрәкәте үҙгәрә. Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат идаралығы етәксеһе Марсель Байдәүләтов белдереүенсә, ошо осорҙа урау юлдарҙы файҙаланырға кәңәш ителә.
Ремонттан һуң Салауат Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендәге юл үткәргесенең мөмкинлектәре өс тапҡырға арта- 4 һыҙат урынына алты һыҙат барлыҡҡа килә. Реконструкция баш ҡалаға ингән ерҙә тығындарҙы бөтөрөп юл хәрәкәтен көйләр тип көтөлә.





