Реконструкция эштәре бөгөндән алып 30 ноябргә тиклем иҫәпләнгән. Был ваҡыт эсендә Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә хәрәкәт итеү схемаһы үҙгәрә. Автоһәүәҫкәрҙәр үҙгәрештәргә нисек ҡарай? Ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтарҙан һуң ниндәй үҙгәрештәр көтөлә? БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрвова дауам итә.
Юл киҫелеше ябылыуы ҡайһы бер водителдәр өсөн көтөлмәгән ваҡиға. Урау юлдарҙы Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспецияһы хеҙмәткәрҙәре күрһәтә. Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди урамдары киҫелеше популяр маршруттарҙың береһе. Көнөнә бынан уртаса 125 мең автомобиль үтә. Ағиҙел йылғаһы аша тағы бер күпер төҙөү һәм ҡала урамдарында техниканың артыуы сәбәпле юл үткәргесен киңәйтеү талап ителә.
Юл үткәргесен ябыуға халыҡ ризаһыҙлығын белдерә, был аңлашыла - ҡала урамдарында тығындар барлыҡҡа киләсәк.
Шулай ҙа төҙөкләндереү баш ҡалаға ингән ерҙә тығындарҙы кәметер һәм юл хәрәкәтен көйләр тип көтөлә. 2021 йылдың ноябрендә юл үткәргесте реконструкциялау буйынса эштәрҙе тамамлау күҙаллана. Артабан, 2022 йылдың төҙөлөш миҙгеле комплексты тәртипкә килтереү эштәре менән башланыр тип планлаштырыла. Әлегә һынап ҡарау режимында юлдың яртыһы ғына ябылған.
Реконструкцияға әҙерлек эштәре сиктәрендә ваҡытлыса светофорҙар, яңы юл билдәләре ҡуйыла, юлдар бетон ҡоролмалар менән кәртәләнә. Өфө ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, ошо осорҙа урау юлдарҙы файҙаланырға кәңәш ителә. Мәҫәлән, Дим биҫтәһендә йәшәүселәр баш ҡалаға Затон микрорайоны аша йөрөй ала. Шулай уҡ, автоһәүәҫкәрҙәргә «Пугачев урамы-Нуғай шоссеһы – М-5 федераль трассаһына сығыу юлынан» үтергә, ә Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә йәшәүселәргә «Интернационалдар урамы – Перспектива урамы – М-5 федераль трассаһына сығыу юлдарынан» үтеү һорала.
Әлфинә Килдейәрова.




