Яңы йылды яңыртылған бинала

Шаран районында капиталь ремонттан һуң үҙәк дауахананың терапия бүлеге асылды. Дүт ҡатлы корпус ике тиҫтә йылдан ашыу элек сафҡа ингән булған. Әммә ошо ваҡыт эсендә бинала бер тапҡыр ҙа ремонт үткәрелмәй.

Пандемия менән бәйле кәбисә йылы бик ауыр үтеүгә ҡарамаҫтан, медицина хеҙмәткәрҙәре күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәгән. Бар көсөн һалып сирлеләрҙе аяҡҡа баҫтырыу хөрмәтенә уларға Яңы йылға ҙур бүләк әҙерләгән. Төҙөкләндерелгән терапия бүлеге 30 урынға иҫәпләнгән.

Төҙөүселәр ҡыйыҡты, тулыһынса электр үткәргестәрҙе, ишектәр, тәҙрәләр, канализация торбаларын алмаштырған, яңы мебель һатып алынған. Административ корпус менән 20 урынлыҡ көндөҙгө стационар ҙа танымаҫлыҡ булып үҙгәргән.

Былтыр мәғлүмәтләштереү программаһы сиктәрендә дауахана бик күп оргтехника менән тәьмин ителгән. Шулай уҡ интенсив терапия палатаһына үпкәләрҙә яһалма елләтеүсе ике аппарат ҡуйылған. Район үҙәгенә йыраҡта урылашҡан ауылдарҙа фельшер-акушерлыҡ пукттарын төҙөү ҙә дауам итә. Ошондай учреждениеларҙың береһе күптән түгел Папанов ауылында сафҡа ингән. Алып барылған бар эштәр ҙә халыҡтың сәләмәтлеген ҡайғыртыуға йүнәлтелгән.

Фото №1 - Яңы йылды яңыртылған бинала

Илдар Байбулатов.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ