Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары конкурсының «Артекта» үткән суперфиналында Асҡындан Максим Рогатин еңеү яуланы. Донъяны үҙгәртергә һәм үҙе лә үҙгәрештәргә әҙер үҫмер менән БСТ каналының ижади төркөмө осрашты. Был хаҡта тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Маским Рогатин Асҡын ауылының 1-се урта мәктәбенең 11-cе синыфында белем ала. Мәктәпкә «Ҙур тәнәфестән» иҫтәлекле бүләк махсус лейбллы өҫ кейемендә йөрөй һәм биштәрен дә ҡәҙерләп кенә тота. Оригиналь фекерләү ҡеүәһе, донъяға ҡарашы, экология мәсьәләләрен ыңғай хәл итеүе менән ул Бөтә Рәсәй конкурсында уңыш ҡаҙанған.
Максим айырыуса һигеҙенсе синыфтан һуң бик ныҡ әүҙемләшә, үҙенең мөмкинлектәрен киңерәк файҙалана башлай. Предмет олимпиадаларында, «Урал батыр» кеүек абруйлы конкурстарҙа ижади уңыштарға ирешә. Телдәрҙе лә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнә.
Тиҫтерҙәре менән бергә Максим физик әҙерлек дәрестәрен дә көтөп ала. Хәрәкәтсән спорт төрҙәре сәмде үҫтерә, ә футбол, баскетбол, волейбол кеүек уйындар команда рухын арттырырға булышлыҡ итә. Спорттың бөтә төрҙәрен дә үҙ итеүсе Максим киләсәктә үҙен физик яҡтан сыныҡҡан, көслө егет итеп күрә.
«Ҙур тәнәфестә» миллиондан ашыу үҫмер үҙ көсөн һанап ҡараған. Әммә бәхет Максим Рогатин кеүек тос фекерле, тәрән белемле һәм лидер сиафаттары булғандарға йылмайған. Миллион һум сертификатты беҙҙең геройыбыҙ юғары белем алыуға тотона ала.
Гүзәл Борханова.




