Бөгөн йәш юлаевсылар Омск хоккейсылары менән йәнә бер уйын уҙғарҙы һәм дәғүәселәрен 2-гә 1 иҫәбе менән еңеүгә өлгәште. Турнир теҙмәһендә “Толпар” әле 50 мәрәй менән 5-се урында килә. Киләһе уйынын беҙҙең хоккейсылар Екатеринбургта үткәрә. 13 ғинуар “Толпар”ҙы үҙ майҙанында “Авто” ҡабул итә. .





