Ул хәҙергеТәтешле районына ҡараған Иҫке Соҡор ауылында башҡорт муллаһы ғаиләһендә тыуған. Ғәли Соҡорой 17 йәшенән әҙәби ижад менән шөғөлләнә башлай, тәүге әҫәрҙәре - Танып мәҙрәсәһе хәлфәһенә мәҙхиәһе һәм әсәһе вафатынан һуң яҙылған мәрҫиәһе. Артабан төрки, ғәрәп һәм фарсы телдәрендә яҙылған 100-гә яҡын әҫәр ижад итә. Ғәли Соҡорой тураһында хәбәрсебеҙ Ирек Әхмәтшин әҙерләгән репортаж тәҡдим итәбеҙ.
Бөгөн шағирҙың тыуған яғы Тәтешле районы Иҫке Соҡор ауылында Ғәли Соҡоройҙың йорт-музейында мемориаль таҡтаташ асылды.Унда ғалимдар, уҡытыусылар, Тәтешле районының крайҙы өйрәнеүселәре һәм башҡалар ҡатнашты.Тарихсы Юлдаш Йосопов фекеренсә, Ғәли Соҡорой ижады ҙур әһәмиәткә эйә.





