«Хундай Солярис» менән «Мицубиси Лансер» автомбилдәре бәрелешеүе һөҙөмтәһендә өс кеше, шул иҫәптән 7-8 йәштәрҙәге ҡыҙ менән малай һәләк булған. Тағы ла ике кеше төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған.
Ҡазаға тарыусыларҙың туғандарына ярҙам күрһәтеү өсөн дауалау учреждениеһына ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының психологы килгән. Фажиғәле осраҡ буйынса тикшереү башланған.




