Тәбиғи компонеттарҙан һауыт-һаба ғына түгел, экологик таҙа сеймалдан продукция ла

Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бөрөлә керамик әйберҙәр һәм ит ярымфабрикаттары етештереү буйынса предприятиелар эшмәкәрлеге менән танышты. Шулай уҡ төбәк етәксеһе «Уңайлы ҡала мөхите» проекты сиктәрендә төҙөкләндерелгән Октябрь майҙаны буйлап үтте. Был хаҡта тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов әҙерләгән репортажда.

Тәбиғи компонеттар һәм традицион технологиялар. «Бөрө керамикаһы» Рәсәйҙә ресторандар өсөн ҙур күләмдә һауыт-һаба етештереүсе берҙән-бер предприятие һанала. Компания айына 4 мең ярым дана әйбер сығара. Әммә был сик түгел, сөнки етәкселек продукция ассортиментын киңәйтеү өҫтөндә даими эшләй.  

Предприятие үҙенең сувенир продукцияһы менән дә абруй ҡаҙанған. Радий Хәбиров та балсыҡтан эшләнгән әйберҙәр менән танышҡандан һуң етештереү ҡеүәттәрен арттырыу мөһимлеген билдәләне. Бының өсөн ул компанияһын үҫеш мөкинлектәрен сираттағы «Инвестиция сәғәттәре»нең береһендә тикшерергә саҡырҙы.       

Ә бына Лиана Байдимерова республика башлығынан ауыл сәғәтенә саҡырыу улдаы. Ярымфабрикаттар етештереүсе эшҡыуар әллә ни ауырлыҡтар кисермәй, шулай ҙа сеймал менән проблема бар ти ул. Бигерәк тә сифатлы һыйыр ите етешмәй.    

2019 йылда Бөрө «Уңайлы ҡала мөхите» проектында еңеү яулаған. Октябрь майҙанын һәм Ленин исемендәге скверҙы төҙөкләндереүгә федераль бюждеттан 75 миллион һум бүленгән. Ә инде дөйөм финанстар күләме 178 миллион һумдан ашып киткән. Һөҙөмтәлә ҡаланың төп майҙаны тулыһынса яңырыу кисергән. Күп кенә тарихи биналар өсөн заманса архитектура-планлаштыру ҡарарҙарын файҙаланып, берҙәм киңлек булдырылған. Уға амфитеатр ҙа, ҡоро фонтан да, балалар майҙансығы менән ял итеү зонаһы ла ингән. 

Бөрөгә эш сәфәре барышында Радий Хәбиров изге Троицк кафедра соборында ла булды. Ғибәҙәтхана менән танышҡан ваҡытта епархия башлығы соборҙың түбәһенән һыу ағыуын, уны ремонтлауға 800 мең һум аҡса талап итеүе тураһында әйте. Республика етәксеһе килеп тыуған проблеманы хәл итеү өсөн финанстар бүлеү кәрәклеген билдәләне.

Собор биләмәһендә рухи-ағартыу үҙәге төҙөлөшө тамамланған. Бында йәштәр менән конфессия-ара темаларына фәһемле һөйләшеүҙәр, үҫеп килгән быуынды дөрөҫ юл менән тәрбиәләү мәсьәләләре күтәреләсәк. Бинаның бер бүлмәһе спорт залы өсөн тәғәйенләнгән. Әммә әлегә кәрәкле ҡорамалдар һатып алырға финастар етешмәй. Радий Хәбиров рухнийҙарҙың изге башланғысысын хәл итеү вариаартарын ҡарарға ҡушты.    

Фото №1 - Тәбиғи компонеттарҙан һауыт-һаба ғына түгел, экологик таҙа сеймалдан продукция ла

Илдар Байбулатов.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ