Билдәле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 195 йыл

Ошо уңайҙан ғалимдың тыуған яғы Тәтешле районында иҫтәлекле саралар үтте. Уның тормош һәм ижад юлына арналған Иҫке Соҡор ауылындағы музейға һәм Үрге Тәтешлелә Ғәли Соҡорой исемен йөрөткән урамға мемориал таҡтаташ урынлаштырылды. Үҙен урман башҡорто, Ирәкте, йә иһә Ҡара-табын ырыуы тарихын өйрәнеүгә нигеҙ һалған шәхес тураһында тулыраҡ киләһе яҙмала.

Ирәкте ырыуы һөйләше. Йә иһә, хәҙерге башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектының бер тармағы. Урындағы һөйләш Табын ырыуы башҡорттарының атаһы Майҡы бейҙән тамыр ала. Был мәғлүмәт күренекле мәғрифәтсе Ғәли Соҡорой ҡулъяҙмалары аша билдәле. Тәтешле районы үҙәге сәхнәһендә ҡуйылған театрлаштырылған тамаша тарихҡа ҡыҫҡаса байҡау яһаны. Сара данлыҡлы яҡташтарының тыуыуына 195 йыл тулыуға арналды.

Был көн шәхестең исемен мәңгеләштереүгә ҡайтып ҡалды. Ике мемориал таҡтаташтың береһе Ғәли Соҡоройҙоң тыуған ауылы Иҫке Соҡорҙа урынлаштырылды. Тәтешлеләр Кейековтар нәҫелен хөрмәтләп иҫкә ала. Ғәли Соҡорой исемендәге мәсет, музей ҙа тап ауылдаштырының тырышлығында булдырыла.

Музейҙағы йыһаз да ауыл көсө ярҙамында туплана. Экспонаттар араһында мәғрифәтсенең иҫке төрки һәм ғәрәп телдәрендә яҙылған ҡулъяҙмалары айырым урын биләй. Дворян нәҫеле Кейектовтарҙың быуындан быуынға тапшырыла килгән Ҡөрьән китабы ла һаҡлана. Ғәли Соҡоройға ул атаһынан ҡалған. Мәғрифәтсе ҡулъяҙмаларында үҙенең ҡайһы ырыуҙан, ниндәй милләттән булыуы тураһында бик күп мәғлүмәттәр бар. Ул үҙен «урман башҡорто» тип иҫәпләй. Телен Ирәкте ырыуы һөйләше тип билдәләгән.

Ғәли Соҡоройҙоң эшен дауам итеүселәр ҙә юҡ түгел. Ҡара-табын, йә иһә Ирәкте ырыуы башҡорттарының шәжәрәһен өйрәнеүселәр, тулыландырыусылар араһында Нәсибулла Хөснуллин да бар. Ул ырыу ағасын төҙөүгә утыҙ йылдан ашыу ғүмерен арнаған.

Үҫеп килеүсе быуын араһында ла ғаилә ағасын төҙөүселәр бик күп. Улар район үҙәгендә «Әсән хан вариҫтары» тип исемләнгән концерт программаһы барышында билдәләнеп үтте. Ғәли Соҡоройҙоң тормош һәм ижад юлын әле өйрәнәһе лә өйрәнәһе, тиелде сара барышында.

Ошо тәңгәлдә, Тәтешле ерендә башҡорт мәғрифәтсеһен тотошлай күҙ алдына баҫтырырҙай мөмкинлектәр ҙур. Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 195 йыл тулыуға арналған саралар алдағы көндәрҙә лә дауам итәсәк. Республика мәктәптәрендә класс сәғәттәре, фәнни уҡыуҙар, түңәрәк өҫтәл ойошторолор тип көтөлә.

Азат Ғәлиуллин.