Бөгөн республикала Халыҡ бейеүҙәре көнө ойошторола

Был сара Яңы йыл байрамдарының тематик ял көндәренең береһе. Социаль селтәрҙәрҙә халыҡ бейеүҙәрен бейеүселәр араһында флешмоб уҙғарыла. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала, бының өсөн бейеү номерын видеоға төшөрөп, интернет киңлектәренә һалырға кәрәк. #халыҡбейеүекөнө2021 махсус хештегын күрһәтеү ҙә мотлаҡ. Сараның төп маҡсаты халыҡ хореографияһын популярлаштырыу һәм үҫтереү тора.

Иң яҡшы видеояҙмалар Фәзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең Инстаграм сәхифәһенә ҡуйыласаҡ. Шулай уҡ иртәгә БСТ телеканалында Башҡортостандың визит картаһына әйләнгән ансаблдең «Донъя халыҡтары бейеүе» концерты күрһәтеләсәк. Тамаша спорт тапшырыуҙарынан һуң, 19 сәғәт 30 минутта башлана.

Әлфинә Килдейәрова.