Республика клиник психиатрия дауаханаһы пациенттарын дауалауҙа хеҙмәт терапияһы киң ҡулланыла

Медицина учреждениеһының йәшелсә-емеш баҡсаһы ла, йорт хайуандары ла, хатта экзотик ҡоштары ла бар. Табиптар әйтеүенсә, психик сәләмәтлеге ҡаҡшаған кешеләрҙе аяҡҡа баҫтырыу хаҡында һүҙ барғанда йәнлек-хайуандарҙың роле баһалап бөткөһөҙ. Уларҙы юҡҡа ғына зоолекарҙәр тип йөрөтмәйҙәр. Хеҙмәт терапияһы хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Дөйәғоштарҙың Республика клиник психиатрия дауаханаһы биләмәһен төйәк итеүенә бер нисә генә йыл. Шуға ҡарамаҫтан мөһабәт ҡоштар үҙҙәрен бында ысын хужа итеп тоя. Тәүге ваҡытта дөйәғоштар байтаҡ мәшҡәттәр ҙә килтерә, йә томшоҡтарын ишек йоҙағына тығып йәрәхәтләй, йә кәртә аша һикереп сығалар. 

Хәҙер инде хеҙмәткрәҙәр был ҡоштар хаҡында бар мәғлүмәтте белә, тәрбиәләүҙән алып ҡыҙыҡлы үҙенсәлектәренә тиклем. Мәҫәлән, бер дөйәғош йомортҡаһы 25 кешене һыйлауға етә. Уның ҡарауы ҡоштоң мейеһе кешенең күҙ алмаһы кеүек кенә. 

Психиатрия клиникаһында өлкәндәр ҙә, балалар ҙа дауалау курсы уҙа. Ә 50-ләп пациент бында даими нигеҙҙә йәшәй. Тап улар малға ҡышҡа етерлек бесән әҙерләй, хужалыҡ эштәрен алып бара. Белгестәр фекеренсә, тере йән эйәләренең дауалау процесында әһәмиәте ҙур. Мәҫәлән, балалар бигерәк тә атта йөрөргә һәм уларҙы тәрбәиләргә ярата.

Хужалыҡта дөйәғоштар, аттар ғына түгел, башҡа хайуандар ҙа бар. Мәҫәлән дебет кәзәләре бында Хәйбулла районының шәл бәйләү оҫталары менән дан тотҡан Вәзәм ауылынан алып киленгән. Уларға ла өйрәнеп киткәнсе мәшәҡәттәре етерлек була. Хатта хеҙмәткәрҙәр тәкәнең тояғын операция яһап һаҡлап ҡала.

Республика клиник психиатрия дауаханаһы биләмәһендә йорт хайуандарынан тыш йәшелсә-емеш баҡсаһы ла бар. Табиптар әйтеүенсә, пациенттар уларҙы тәрбиәләп күңел тыныслығы таба. Ә был дауалау процесының һөҙөмтәһен күпкә яҡшырта. Әле медицина учреждениеһына ҡуяндар ҙа алып ҡайтандар. Аҡ, йомшаҡ ҡуяндар ҙа пациенттарҙы аяҡҡа баҫтырыуҙа үҙ өлөшөн индерер тип көтөлә.

Фото №1 - Республика клиник психиатрия дауаханаһы пациенттарын дауалауҙа хеҙмәт терапияһы киң ҡулланыла

Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ