Өфөлә 200-гә яҡын махсус техника таҙарта, тип хәбәр итәләр ҡала хакимиәтенән. Төп иғтибар үҙәк урамдарға, туҡталыштарған, күперҙәргә бирелә. Урамдарға боҙҙо иретеүсе махсус препарат һибелә. Предприятие етәкселәренә лә биләмәләрҙе һәм биналар ҡыйығын ваҡытында таҙартырға кәңәш ителә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы бөгөн Башҡортостанда көслө ҡар яуыуы тураһында иҫкәртә.





