Ағиҙел күперендә, шулай уҡ Дим шоссеһында машиналар хәрәкәте үтә тығыҙ. Шулай уҡ Октябрь һәм Салауат Юлаев проспекттарында, Галле ҡалаһы, СССРҙың 50 йыллығы урамдарында автомобилдәр йөрөшө тотҡарланған. Өфөлә Салауат Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамы киҫешкән урында реконструкция башланды, унда машиналар йөрөшө тыйылды. Ҡалаға ингән урында тығындар шуға бәйле. Өфөгә башҡа йүнәлештәрҙән инергә кәңәш ителә.





