Нигеҙһеҙ түләнгән аҡсаны кире ҡайтарырға кәрәк

Нигеҙһеҙ түләнгән аҡсаны кире ҡайтарырға кәрәк
Фото №1 - Нигеҙһеҙ түләнгән аҡсаны кире ҡайтарырға кәрәк

Йылылыҡ өсөн түләүҙәргә бәйле килеп сыҡҡан хәл буйынса Башҡортостан Башлығы ошондай күрһәтмә бирҙе. Радий Хәбиров Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына тиҙ арала ысынбарлыҡтағы хәлде күрһәтергә ҡушты.

Нигеҙһеҙ түләнгән аҡсаны кире ҡайтарырға кәрәк

Яңы йыл каникулдарында Башҡортостан Башлығы исеменә республикала йәшәүселәрҙән бик күп мөрәжәғәт килгән. Халыҡ йылылыҡ өсөн декабргә билдәләнгән сумма менән риза түгел. Төрлө баһалауҙар буйынса, йылылыҡ өсөн хаҡ 30 проценттан 70 процентҡа тиклем артҡан.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ