Ошо эште Республика менән идара итеү үҙәге атҡарырға тейеш. Бөгөн был турала Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Ул Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаровтан үҙәк төҙөлөшө хаҡында ла һорашты.
Яңы йыл каникулдарында Башҡортостан Башлығы исеменә республикала йәшәүселәрҙән бик күп мөрәжәғәт килгән. Халыҡ декабрҙә йылылыҡ өсөн түләнгән сумманың ғәҙел булмауына зарланған. Ялыуҙар “Инцидент-менеджмент” системаһында теркәлә.





