Бөгөн Өфөлә Республика рус драма театры етәксеһе Михаил Рабиновичты һуңғы юлға оҙаттылар

 Матәм сараһы театр сәхнәһендә үтте. Мәрхүм менән хушлашырға килеүселәр араһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та бар ине. Төбәк етәксеһе сәхнә әһеленең ҡаҙаныштарын барлап ҡына ҡалмай, шәхес иҫтәлегенә уның күптәнге хыялы тормошҡа ашырыласағын – тиҙҙән театрҙың фасады яңыртыласағын да белдерҙе. 

Михаил Рабинович 9 ғинуарҙа 81-се йәшендә вафат булды. Республика рус драма театрында ул 1983 йылдан эшләгән. 1998 йылдан театрҙың художество етәксеһе вазифаһында була. Уны баш ҡаланың иң билдәле режиссеры тип тә атайҙар ине.

Һәләтле етәксе тырышлығы менән ил өсөн ҡатмарлы йылдарҙа ла театрҙың тамашасы залы буш тормай. Михаил Рабинович ҡуйған спектаклдәр театр донъяһында оло ваҡиғаға әүерелә, һөнәри даирәлә юғары баһалана килә.

Фото №1 - Бөгөн Өфөлә Республика рус драма театры етәксеһе Михаил Рабиновичты һуңғы юлға оҙаттылар

Гөлдәриә Йосопова.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ