Яна Ғəббəсоваға Башҡортостандың атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы исем бирелде

Юғары дәүләт наградаһын республика башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.

Нефтекамала йәшәүсе яҡташыбыҙ «Голос» телевизион проектының абсолют еңеүсеһе булды. 17 йәшлек артист конкурстың финалына үтеүселәр араһында берҙән-бер ҡыҙ ине. Яна сығыш яһар алдынан социаль селтәрҙә хәле насар булыуы тураһында хәбәр итһә лә, лайыҡлы сығыш яһаны. Конкурс талаптары буйынса, финалист өс йыр башҡарҙы. Уларҙың береһен остазы Полина Гагарина менән бергә йырланы. Еңеүсегә 1 миллион һумлыҡ сертификат тапшырылды. Оло еңеүе менән яҡташыбыҙҙы Башҡортостан башлығы ла тәбрикләне. 

Шулай итеп, Яна Ғәббәсова бөгөндән юғары исемгә лайыҡ булған иң йәш кеше һанала. Билдәле булыуынса, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нефтекамалағы балалар һәм йәштәр һарайының вокал бүлеген тамамлаған. Талантлы ҡыҙ төбәк, федераль, хатта халыҡ-ара конкурстарҙа ла еңеү яулаған. Яҡташыбыҙ артабан йырҙар ижад итергә һәм тамашасыһын авторлыҡ ижады менән ҡыуандырырға ниәтләй.

Фото №1 - Яна Ғəббəсоваға Башҡортостандың атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы исем бирелде

Илдар Байбулатов.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ