Ғафури районында этно-рок музыка йүнәлеше үҫешә

Урындағы «Хәмзә» төркөмө солистары асыҡ һауала концерттар ойоштороп, халыҡты гитара, барабандан тыш, ҡурай, думбыра көйҙәренә бейетә. Киләсәктә бөтә донъяға яңғырарға теләгән ижади коллектив менән БСТ каналының ижади төркөмө осрашты.

Музыка тормош мәғәнәһе. Данир Мәсәлимов думбырала уйнап, өзләһә, Марат – бас-гитарасы, Айнур һуҡма ҡоралдар өсөн яуаплы. «Хәмзә» төркөмө ағзалары сираттағы концертҡа репетиция уҙғара. Тәүлек әйләнәһенә уйнарға әҙерҙәр. Роктың яңы стилдәрен үҙләштереп, башҡорт «нота»ларын индерәләр.

Коллектив билдәле рок-йырҙарға каверҙар яҙып, интернет киңлектәрендә меңдәрсә кешенең һөйөүен яулаған. Шул уҡ ваҡытта егеттәр башҡорт телен, фольклорҙы үҫтереү йүнәлешендә лә эшләй.

Репетициялар, концерттар район мәҙәниәт йортонда үтә, коронависрус пандемияһына бәйле былтыр сығыштар башлыса урындағы ял паркында асыҡ һауала ойшошторолған

Тиҙҙән «Хәмзә» төркөмө яңы музыка ҡоралдары һатып алырға йыйына. Сәхнә оҫталарының маҡсаты бер – Башҡортостан буйлап ҡына түгел, Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдә сығыш яһау. Башҡортса рок үҫеш юлында.

Фото №1 - Ғафури районында этно-рок музыка йүнәлеше үҫешә

Гөлназ Хәйбуллина.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ