Объект ике ай эсендә эшләнеп, Яңы йыл байрамдарында файҙаланыуға тапшырылды. Ошо уңайҙан майҙанда тәүге турнир ҙа үтте. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Был көндө таштимерҙәр оҙаҡ көткән. Ниһәйәт, маҡсат Яңы йылда тормошҡа ашты. Хоккей майҙансығын ауылдаштар үҙ көсө менән төҙөй, үҙҙәре сығымдарҙы ҡаплай. Берҙәм эштән бер кем дә ситтә ҡалмай, төрлө быуын вәкилдәре ҙур теләк менән ҡатнаша.
Хоккей майҙансығын асыу уңайынан уҙғарылған тәүге турнирҙа Буранғол, Ҡужан һәм Озерный ауылдары хоккей командалары ҡатаншты. Уйын ҡыҙыу барҙы. Ике яҡтың да ҡапҡа һаҡсылары уяулыҡты юғалтмаҫҡа тырышты. Командаларҙы көйәрмәндәрҙең дәррәү алҡыштары дәртләндерҙе.
Таштимер халҡы төбәктә үткән барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатрнаша. Былтыр Әбйәлил районында уҙғарылған «Айыҡ ауыл» конкурсында тиҫтәләгән ауыл араһында еңеү яулайҙар. Быйыл улар үҙҙәрен республика кимәлендә һынап ҡарарға ниәт иткән.
Хоккей майҙансығына килгәндә, уның асылған көнөнән алып буш торғаны юҡ. Көн һайын үтеп торған саралар халыҡты сәләмәт тормош рәүешенә ылыҡтыра.
Азат Ғәлиуллин.




