Йәкшәмбе, көндөҙгө сәғәттәрҙә Кропачев-Мəсəғүт юлында ике "Форд-Транзит" автобусы бəрелеште. Авария һөҙөмтәһендә 13 йәшлек ҡыҙ менән 6 йәшлек малай ваҡиға урынында һәләк булған. Тағы ла ун пассажир, шул иҫәптән 4 бала, шулай уҡ икенсе микроавтобустың 43 йәшлек водителе менән уның пассажиры дауаханаға оҙатылған.
Бөгөн Малаяҙ үҙəк район дауаханаһында ҡазаға тарыусыларҙы береһе, 17 йəшлек кенə ҡыҙ мəрхүм булды. Уның 13 йəшлек һеңлеһе әле реанимация бүлегендə ята. Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров аварияла зыян күреүселәргә ярҙам итеү өсөн бөтәһен дә эшләргә ҡушты. Юл-транспорт фажиғәһе буйынса енәйәт эше асылған.
Гөлдәриә Йосопова.




