"Инцидент" системаһы ярҙамында контейнерҙар ҡуйылды

"Инцидент" системаһы ярҙамында контейнерҙар ҡуйылды
Фото №1 - "Инцидент" системаһы ярҙамында контейнерҙар ҡуйылды

“Инцидент-менеджмент” системаһы ярҙамында Өфөлә суп-сар өсөн контейнер майҙансығы урынлаштырылған. Ҡариҙел урамында йәшәүсе Әсхәт Мәғәсүмов әйтеүенсә, күп ҡатлы ике йорт янына бер генә бункер ҡуйылған булған, урында йәшәүселәр Киров районы хакимиәтенә мөрәжәғәт иткәс, мәсьәлә ыңғай хәл ителә.

"Инцидент" системаһы ярҙамында контейнерҙар ҡуйылды

Башҡортостан Башлығы хакимиәте ҡарамағындағы социаль селтәрҙә халыҡ мөрәжәғәттәре менән эшләү буйынса эшсе төркөм хеҙмәткәре Урал Рисов белдереүенсә, сүп-сарҙы айырым йыйыу өсөн контейнер майҙансыҡтары урынлаштырыу буйынса мөрәжәғәттәр ыңғай хәл ителә.

"Инцидент" системаһы ярҙамында контейнерҙар ҡуйылды

 “Инцидент-менеджмент” программаһы буйынса көн дә йөҙҙән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителә. Башлыса юлдар, ихаталарҙы төҙөкләндереү, подъездар ремонты, сүп-сар реформаһына бәйле һорауҙар килә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ