Был турала Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ростислав Мырҙағолов белдерҙе. Уның әйтеүенсә, проблема ныҡлы контролдә була.
Яңы йыл каникулдарында Башҡортостан Башлығы исеменә бик күп мөрәжәғәт килгән. Халыҡ декабрҙә йылылыҡ өсөн билдәләнгән сумма менән риза түгел. Радий Хәбиров йылылыҡ өсөн нигеҙһеҙ алынған аҡсаны халыҡҡа кире ҡайтарырға, был хәлде ентекле тикшерергә ҡушты.





