Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау юғары кимәлдә үтергә тейеш. Шулай уҡ Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға ла етди иғтибар кәрәк. Был кампания 1 апрелдә башлана.
“Республикала йәшәүселәрҙең 60 проценты коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһатырға тейеш. Был үтә лә мөһим”, - тине Радий Хәбиров. Башҡортостан хөкүмәте иһә ярты йыл эсендә иҡтисадты үҫтереү планын әҙерләргә бурыслы.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, республика ярты йыл эсендә реаль объекттарҙы күрһәтә һәм айырым биләмәнең резиденттарын арттыра алһа, федераль үҙәк уны артабан үҫтереү өсөн аҡса бүлә.





