Балаларҙың ҡышҡы каникулы тамамланды. Мәктәптәрҙә уҡыу башланғас, сирҙәр ҙә тиҙ тарала. Табип Рәфиә Буранбаева әйтеүенсә, сәләмәт тормош алып барыу ауырымаҫҡа, сирләгән осраҡта тиҙерәк аяҡҡа баҫырға булышлыҡ итә.
Башҡортостанда гриптан прививкалау кампанияһы тамамланды. Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, халыҡтың 60 проценты вакцина алған. Уларҙың 500 меңгә яҡыны - балалар.





