Ул тәү сиратта медицина, эске эштәр органдары һәм социаль өлкә хеҙмәткәрҙәренә яһала. Яҡын арала Башҡортостанға тағы 6 мең ярым доза вакцина килтерелә. Был хаҡта һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итәләр. Республика башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, вакцинаның мөһимлеге тураһында халыҡ араһында аңлатыу эштәре уҙғарырға кәрәк.
Һуңғы тәүлектә республикала 2 кеше коронавирус ҡорбаны булды.





