Республикала башҡорт телен, мәҙәниәтен һәм тарихын популярлаштырыуға йүнәлтелгән проекттар конкурсына заявкалар ҡабул итеү тамамлана. Ғаризаларҙы 15 ғинаурға тиклем тапшырырға була. Декабрҙә башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы менән берлектә грант иғлан иткәйне. Уның маҡсаты – социаль селтәрҙәрҙә һәм киң матбуғат сараларында башҡорт телендәге контентты арттырыу, уның сифатын үҫтереү. Конкурста 18 йәше тулған онлайн-проект авторҙары, блогерҙар һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша ала.





