Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә танылған артист Хөрмәтулла Үтәшев тураһында китап донъя күрҙе. “Таштуғай батырҙары” тип аталған баҫма башҡорт һәм рус телдәрендә сыҡҡан. Китаптың икенсе геройы - актерҙың атаһы Ғаззали Үтәшев. Ул сиҙәм ерҙәрҙә иген иккән, тыуған еренә фиҙаҡәр хеҙмәт иткән данлыҡлы шәхес. Хөрмәтулла Үтәшев әйтеүенсә, материалдар бер нисә йыл тупланған.
Китаптың исем туйын Өфөлә һәм Үтәшевтарҙың тыуған яғы — Хәйбулла районында үткәреү планлаштырыла.






