Республика етәксеһе Радий Хәбиров ошо хаҡта социаль селтәрҙә яҙа. “Мәсьәләне хәл итеү буйынса махсус эшсе төркөм булдырылған. Улар проблема сыҡҡан һәр йорт буйынса айырым шөғөлләнә. Беренсенән, элеккесә, күпме ҡулланылған – шулай түләйбеҙ. Был барыһы өсөн дә уңайлы. Икенсенән, эштән сыҡҡан иҫәпләү ҡоролмалары алмаштырыласаҡ. Түләү ҡағыҙҙары төҙәтелеп яңынан ебәрелергә тейеш. Артыҡ йылытыу өсөн ҡулланыусылар түгел, ә идарасы ойошма түләй. Һәм нигеҙһеҙ түләнгән аҡса кире ҡайтарылырға тейеш. Республика етәксеһе Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына артабан бындай хәлдәр килеп сыҡмаһын өсөн тейешле структуралар эшмәкәрлеген тикшереү бурысын ҡуйҙы. Күп ҡатлы йорттарҙа йылытыу системаһы тәртипкә килтерелергә тейеш”,- тип яҙа Радий Хәбиров.





