Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров йылылыҡ өсөн түләүҙәрҙең ҡапыл күтәрелеү проблемаһын шәхси контролгә алды

Бөгөн ул социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә «Хәлде тикшерәм» тип яҙған. Республика етәксеһе билдәләүенсә, декабрҙә күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәргә йылылыҡ өсөн ҙур суммалағы квитанциялар килде. Айырым осраҡтарҙа – үҫеш 42 процентан ашыу. Әлбиттә, был кешеләрҙе борсомай ҡалманы. Төбәктең йәмәғәт палатаһында ойошторолған махсус комиссия бик күп дәғүәләр ҡабул иткән. Радий Хәбиров һүҙҙәренә ҡарағанда, эшсе төркөмгә барлыҡ яуаплы структура вәкилдәре ингән. Улар хаҡ артыу сәбәптәрен тикшерҙе. Башҡортостан башлығы килеп тыуған проблеманы хәл итеү юлдарын атаны.

 Уның фекеренсә, республикала йылылыҡ артабан да 1/8 схемаһы буйынса иҫәпләнәсәк. Күпме тотондоң, шунса түләйһең. Икенсенән, дөрөҫ эшләмәгән ҡоролмаларҙы төҙәтергә, ә түләүҙәрҙе кәметелгән сумма менән хужаларына яңынан ебәрергә. Өсөнсөнән, саманан тыш йылытылған фатирҙар өсөн хаҡты ресурстар менән тәьмин итеүсе йәки идарасы компаниялар ҡапларға бурыслы. Был юлы ла аҡсалар халыҡҡа ҡайтарылырға тейеш.

Радий Хәбиров шулай уҡ киләһе йылытыу миҙгелдәрендә бындай етешһеҙлектәргә юл ҡуймау маҡсатында яуаплы структураларҙы даими контролдә тоторға ҡушты. Бынан тыш, күп фатирлы йорттарҙың дөйөм майҙаны анализланырға, ғәмәлгә яраҡлаштырылырға тейеш. Муниципалитеттар урындарҙа йылылыҡ мәсьәләләре менән осраҡтан осраҡҡа тиклем түгел, ә системалы шөғөлләнергә, йорттарҙы ҡышҡы миҙгелгә етди әҙерләргә бурыслы. Әгәр ҙә артабан да ошондай етешһеҙлектәр ҡабатлана икән, йылылыҡ компаниялары етәкселәренә һәм уларҙы контролдә тотоусы чиновниктарға ҡарата етди саралар күреләсәк. Урындарҙағы башлыҡтар ҙа халыҡтың проблемаларынан ситтә ҡалырға тейеш түгел, тигән Башҡортостан башлығы.

Фото №1 - Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров йылылыҡ өсөн түләүҙәрҙең ҡапыл күтәрелеү проблемаһын шәхси контролгә алды

Илдар Байбулатов.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ