Ташҡынға әҙерлек

Ишембай районы Байғужа ауылында Тәйрүк йылғаһы киңәйтелә. Был туралағы үтенес менән урындағы халыҡ мөрәжәғәт иткән. Сөнки яҙ һайын тиерлек Совет, Күл һәм Мәктәп урамдарының һыу аҫтында ҡалып, күптәрҙең йыш ҡына йорт-ҡаралтылары зыян күргән.

Киҫкен проблеманы хәл итеү маҡсатында Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан 12 миллион һум аҡса бүленгән. Һөҙөмтәлә подрядсы ойошма менән өс йылға килешеү төҙөлөп, йылғаны тулыһынса таҙартып, яр буйҙарын нығытыу бурысы ҡуйылған.

Фото №1 - Ташҡынға әҙерлек

Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ