Урындағы хакимиәт имам-хатиб Нил Зөбәйеров менән мәзин Камил Ғәҙелшиндың башланғысын хуплап, үҙәк урамда буш торған бинаны иман йорто булараҡ үҙгәртеп ҡороуға рөхсәт биргән.
Ауыл халҡы ла төҙөкләндереү эштәренән ситтә ҡалмай, матди ярҙам күрһәткән. Мәсеттә хәҙер көн һайын намаҙға саҡырып, аҙан тауышы яңғырай. Шулай уҡ ғәрәп телен өйрәнеү буйынса дәрестәр уҙғарыла, коронавирус пандемияһына бәйле уҡытыу онлайн-форматҡа күсерелгән.
Гөлназ Хәйбуллина.




