Бөгөн «Салауат Юлаев» хоккейсылары Новосибирскиҙа урындағы «Себер» клубы менән осрашты

Был юлы юлаевсыларҙың баш тренеры ҡапҡаға Даниил Тарасовты сығарҙы. Йәш голкипер үҙенә күрһәтелгән ышанысты тулыһынса аҡланы. Ул дәғүәселәрҙән бер шайбаға ғына үткәртте, ә бына Даниилдың иптәштәре өс тапҡыр уңышҡа өлгәште.

Шайбаларҙы яҡташтарыбыҙҙан Шакир Мөхәмәҙуллин, Джефф Плэтт һәм Петр Хохряков индерҙе. Киләһе осрашыуын юлаевсылар 14 ғинуарҙа Ҡаҙағстандың «Барыҫ» клубына ҡаршы үткәрә.

Фото №1 - Бөгөн «Салауат Юлаев» хоккейсылары Новосибирскиҙа урындағы «Себер» клубы менән осрашты
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ