Башҡортостандың халыҡ артисы Риза Мәһәҙиев 48 йәшендә вафат булды. “Ул курсыбыҙҙың ғорурлығы булды. Салауат театрының да абруйын арттырыуға өлгәште”, - ти сәхнә оҫтаһының остазы, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институты профессоры Земфира Хөсәйенова.
“Ул халыҡ һөйөүен яуланы. Башҡарған йырҙары популяр булып китте”, - ти актерҙың һабаҡташы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Алһыу Бәхтиева.
Риза Мәһәҙиев тыуған ере - Ишембай районы Ибрай ауылында ерләнә.





