“Ауыл хужалығын үҫтереү” дәүләт программаһына индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, эш урындары булдырмайынса хужалыҡты яңғыҙ алып барған йүнселгә 2 миллион һумға тиклем дәүләт ярҙамы алырға мөмкин. Тағы бер яңылыҡ кооперативтарға ҡағыла, грант аҡсаһын улар техника һәм ҡоролмалар һатып алыуға тотона ала. Быйыл “Агростартап” буйынса республикала 211 миллион һум аҡса бүленгән. Уны конкурста еңеп сыҡҡан 68 фермер аласаҡ.





