Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған бойороҡ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Саралар Халыҡ-ара Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу көнө һәм Ҡыҙыл Армия көсө менән Освенцим лагерын азат итеүҙең 76 йыллығына арнала. Уларҙы әҙерләү һәм уҙғарыу өсөн хөкүмәт вице-премьеры Азат Бадранов етәкселегендә ойоштороу комитеты төҙөлгән, саралар планы әҙерләнгән.





