Был байрамды билдәләү йолаһы 100 йыл самаһы элек Юлиан календарынан башлана. Ул элекке Советтар Союзы илдәрендә, Черногория, Сербия, Македонияла һәм хатта Швейцарияла үткәрелә. Халыҡта уны оҙайлы байрамдарҙың тамамланыу нөктәһе кеүек тә ҡабул итәләр. Берәүҙәр уны хуп күрһә, икенселәре байрам тип һанамай. Беҙҙең хәбәрсебеҙ халыҡтың иҫкесә Яңы йылға ҡарата ҡарашы менән ҡыҙыҡһынды.





