Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендәге юл үткәргес тест режимында өс көнгә тулыһынса ябыла.
Был турала Премьер-министр Андрей Назаров төҙөлөш барышы менән танышып, автоһәүәҫкәрҙәр менән аралашҡандан һуң белдерҙе.
Әле майҙанда төҙөлөш ҡайнай, бригадалар тәүлек әйләнәһенә эшләй, барлығы 15 берәмек техника йәлеп ителгән. Киләһе көндәрҙә шулай уҡ юл хәрәкәтенә ҡамасаулаған "Мәктәп" туҡталышын күсереү ҡарала. Әле Дим биҫтәһенән Аэропорт яғына автомобилдәр ағымы көслө, бынан тыш, ошонда уҡ йәмәғәт транспорты ла туҡтай. Аҙна аҙағында юл үткәргесте тулыһынса ябыу ҙа ҡаралған, тест режимы шәмбе, йәкшәмбе, дүшәмбе көндәренә билдәләнгән.
Реконструкцияға килгәндә, уға ихтыяж күптән тыуған. Төбәктә автомобилдәр һаны артыу сәбәпле, юлдың үткәреү һәләте етмәй, икенсенән, яңы һалынған Ағиҙел күперен юл менән тоташтырыу талап ителә. Ремонттан һуң юл үткәргестең мөмкинлектәре өс тапҡырға арта. Бында ғәмәлдәге 4 һыҙат урынына алтау барлыҡҡа киләсәк, үткәргес үҙе лә 7 метрға оҙоная. Төҙөүсе Раил Мөлөков 90-сы йылдар башында ошо күперҙе һалыуҙа ҡатнаша. Заман менән бергә технологиялар ҙа үҙгәрә, яңы ҡоролма-көн талабы, ти тәжрибәле белгес.
Рәмзиә Кәримова.




