Бөгөн Өфөнөң Мушников урамындағы туғыҙ ҡатлы йорттоң береһендә янғын сыҡҡан

Ваҡиға урынынан 40 кеше, шул иҫәптән туғыҙ бала эвакуацияланған. Хәүефле хәл тураһында тәүге хәбәр дежур бүлеккә көндөҙгө сәғәт 12-ләр тирәһендә килә.

Янғын һүндереүселәр килеп еткәндә подъезд тулыһынса төтөн эсендә ҡалған була. Уттың өсөнсө ҡаттың коридорында сығыуы асыҡлана. Тиҙ арала халыҡ урамға сығарыла, янғын тулыһынса һүндерелә. Бәхеткә, йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Әле тикшереү бара, ваҡиға сәбәптәр асыҡлана.

Фото №1 - Бөгөн Өфөнөң Мушников урамындағы туғыҙ ҡатлы йорттоң береһендә янғын сыҡҡан
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ