Иглиндәрсә крафт сыры

Иван-Казанка ауылындағы кооператив республика грантына һөт продукцияһын етештереү буйынса яңы цех асты. Дөйөм сығымдар алты миллион һум тәшкил иткән. Әлегә ойошмала ике хеҙмәткәр эшләй. Улар сырҙың алты сортын – халлуми, Белпер Кнолле, рикотта, альметте, качотта, трюфелдәр әҙерләү технологияһын үҙләштергән.

Сеймал район фермерҙары һәм шәхси хужалыҡтарҙан һатып алына. Тәүге осорҙа ай һайын дүрт мең ярым тонна һөт талап ителәсәк. Кооператив ағзалары киләсәктә ассортиментты киңәйтеп, әсе-һөт тауарҙарын, туңдырма етештерә башларға ниәтләй. Шулай уҡ Өфө баҙарын яулау маҡсаты ҡуйылған.

Фото №1 - Иглиндәрсә крафт сыры

Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ